Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Октябрь 2020, 10:00

29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем Яңауыл районында “Сәләмәтлек поезы” эшләй

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем Яңауыл районында “Сәләмәтлек поезы” эшләй.Был көндәр дауамында республика һәм район табиптары Ямаҙы, Һандуғас, Яңы Уртауыл, Сусаҙы-Ябалаҡ һәм Прогресс ауылдарында халыҡты ҡабул итә. Ауыл кешеләренең табиптарға күренеү, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ һәм маммография) үтеү мөмкинлеге бар.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем Яңауыл районында “Сәләмәтлек поезы” эшләй.
Был көндәр дауамында республика һәм район табиптары Ямаҙы, Һандуғас, Яңы Уртауыл, Сусаҙы-Ябалаҡ һәм Прогресс ауылдарында халыҡты ҡабул итә. Ауыл кешеләренең табиптарға күренеү, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ һәм маммография) үтеү мөмкинлеге бар.
“Сәләмәтлек поезы” эшләгән беренсе көндә Ямаҙы ауылында белгестәр тарафынан 276 кеше ҡабул ителгән. 50 кеше – флюорография, 48 ҡатын-ҡыҙ – маммография, 41 мөрәжәғәт итеүсе УЗДГ тикшеренеүе үткән. 16 кешелә сир хәүефе асыҡланған, биш пациент артабан тикшереүгә ебәрелгән. Икенсе көндә Һандуғас ауылында 347 кеше ҡабул ителеп, 45 кешелә сир хәүефе асыҡланған, бер пациентта онкологияға шик тыуған.
Урындағы халыҡ “Сәләмәтлек поезы”ның эшмәкәрлеген бик ыңғай баһалай, сөнки күптәр үҙҙәрен насар тойһа ла, ауырыу шиге булһа ла, һуңғы көнгәсә табипҡа барыуҙы кисектереп йәшәй бирә. Был изге башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә, ауыл кешеләренең сәләмәтлеген һаҡлауға, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Фото: Яңауыл үҙәк район дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: