Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Октябрь 2020, 10:00

МРТ аппараттары алынды

Республика дауаханаларына магнит-резонанс томографтары алыу өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.#миллипроект #нацпроект #нацпроектздравоохранение #национальныепроектыБашкортостан

Республика дауаханаларына магнит-резонанс томографтары алыу өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аппараттарҙың икеһе 65-әр миллион һум тора, улар Өфө (21-се дауахана) һәм Нефтекама ҡала дауаханаларына килтерелгән. Өфөнөң республика балалар клиник дауаханаһына һәм 17-се балалар дауаханаһына ла МРТ ҡоролмалары алынған. Уларҙың һәр береһенең хаҡы – 90 миллион һум. Тағы бер аппарат Республика клиник онкология диспансерына алып барылған, ул 97,45 миллион һумға төшкән.
Юғары технологиялы МРТ аппараттарын ҡороу өсөн ваҡыт талап ителә, шуға улар октябрь аҙағында эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә.
Магнит-резонанс томографтары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектздравоохранение #национальныепроектыБашкортостан
Читайте нас: