“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә республикала юлдар төҙөү һәм ремонтлау, юл билдәләрен яңыртыу буйынса бихисап эштәр башҡарыла.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 15620 яңы юл билдәһе урынлаштырыласаҡ. Тәү сиратта улар хәүефле урындарға ҡуйыласаҡ. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә, ул шулай уҡ планға ярашлы юл билдәләрен урынлаштырыу күләме артасағын да әйтте.
“Быйыл беҙ бик күп юлдарҙы ремонтланыҡ, ошо маҡсатта былтырғыға ҡарағанда өс миллиард һумға күберәк аҡса бүленде. Әммә статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, юл-транспорт ваҡиғалары сәбәбенең береһе – водителдәргә хәлде аңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү өсөн юл билдәләренең тейешле кимәлдә булмауы. Мәсьәләне аңлап, беҙ 2019 йылда уҡ 6997 яңы юл билдәһе урынлаштырҙыҡ һәм ГОСТ талаптарына яуап бирмәгән 5298 билдәне алмаштырҙыҡ”, - тип яҙа республика Башлығы.
Бөтә билдәләр ҙә цинкланған таяуҙарҙа урынлаштырылған, яҡтылыҡты кире ҡағыусы пленка менән көпләнгән, лаборатор контроль үткән.
Ошондай юл билдәләре Өфө-Инйәр-Белорет, Белорет-Учалы-Миәс, Өфө-Иглин-Красная Горка, Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлдарына урынлаштырылған.
Фото: "Башинформ" әғлүмәт агентлығы.