Зубово ауылындағы «СпецТрансСтрой» йәмғиәте майҙансығында Һамарҙа етештерелгән яңы «РТ-60» асфальт эшләү ҡоролмаһы ҡуйылған. Уны «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар башланғысына ярҙам» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы льготалы лизингы программаһы буйынса алғандар. Ҡоролма 20 млн. һум тора.