Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Октябрь 2020, 10:00

IT-БИЗНЕСҠА – 37 МИЛЛИОН ҺУМ

Башҡортостанда инновацион проекттарҙы алға ебәреү өсөн компанияларға һәм әҙерләүселәргә дөйөм алғанда 37,5 миллион һум грант бүленгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостанда инновацион проекттарҙы алға ебәреү өсөн компанияларға һәм әҙерләүселәргә дөйөм алғанда 37,5 миллион һум грант бүленгән.
20 миллион һумлыҡ иң ҙур грантты “Милли технологиялар инициативаһын үҫтереү” номинацияһында “Пилот” компанияһы яулаған. Ул нефть-газ өлкәһе өсөн дистанцион мониторинг комплексын эшкәртеп сығарған.
Тағы ла биш кеше “Старт” программаһы сиктәрендә 2 – 3 миллион һум грант алған. Улар медицина, селтәрле маркетинг, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, мобиль ҡушымталар һәм башҡа өлкәләрҙә цифрлаштырылған платформаларҙа эшләгән. Республиканың техник вуздарынан туғыҙ йәш ғалим “Умник” программаһы сиктәрендә яртышар миллион һум грант алған.
Республикала “РФ һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы технологиялар” федераль проекты сиктәрендә IT-технологиялары өлкәһендә бизнесты үҫтереү өсөн төбәк акселерацион программаһы эшләй башлаған. Был ижади ҡарашлы эшҡыуарҙарға инновацион идеяларын алға һөрөргә ярҙам итәсәк. Программала теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: