Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Октябрь 2020, 10:00

Өфө урамдарының береһендә автотранспорттың ике яҡлы хәрәкәтен булдырасаҡтар

Өфөлә Мостай Кәрим урамында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә былтыр башланған юл ремонтлау эштәре аҙағына яҡынлаша.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Өфөлә Мостай Кәрим урамында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә былтыр башланған юл ремонтлау эштәре аҙағына яҡынлаша.
Төҙөү-монтажлау эштәре барышында унда асфальт түшәү, ҡойма ташы, тротуар плитәһе һалыу, газон яһау, техник һыҙаттар булдырыу, ямғыр канализацияһы люктарын алмаштырыу, кабель линиялары һуҙыу, яҡтыртҡыс бағаналары ҡуйыу эштәре башҡарылған. Эштәр 2020 йылдың октябрендә тамамланырға тейеш.
Ремонт бөткәндән һуң Киров урамынан Чернышевский урамына тиклем автотранспорттың ике яҡлы хәрәкәтен булдырасаҡтар. Тиҙҙән юл билдәләре лә ҡуйыласаҡ.
Сығанаҡ: БР Өфө ҡала округы хакимиәте.
Читайте нас: