Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Сентябрь 2020, 10:00

Юғары уҡыу йорто сүп-сарҙы айырып йыйыу процесына ҡушыла

22 сентябрҙә Өфө дәүләт нефть-техник университетының 13-сө корпусы һәм 11-се ятағы биләмәһендә Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән «Ҡаты тупраҡ» Хәйриә фонды һәм «#ЭКОпросвет – белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу механизмын индереү буйынса экологик программа» проекты етәксеһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә әлүмин, пластик, сепрәк, ҡатырға, ҡағыҙҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

22 сентябрҙә Өфө дәүләт нефть-техник университетының 13-сө корпусы һәм 11-се ятағы биләмәһендә Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән «Ҡаты тупраҡ» Хәйриә фонды һәм «#ЭКОпросвет – белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу механизмын индереү буйынса экологик программа» проекты етәксеһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә әлүмин, пластик, сепрәк, ҡатырға, ҡағыҙҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылды.
- Университетта сүп-сарҙы айырып йыйыу студенттарҙы тормошта кәрәк буласаҡ матур ғәҙәткә өйрәтәсәк, ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу уларҙың артабан эшкәртергә мөмкин булған сеймал булыуын да аңлау мөмкинлеген бирәсәк, -ти Өфө дәүләт нефть-техник университетының «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу» кафедраһы мөдире Ирэн Туҡтарова. - Үҙ үрнәгебеҙҙә беҙ бөтә республика халҡын ошо процесҡа ҡушылырға саҡырабыҙ.
Бындай сараларҙың бойомға ашырылыуы «Экология» милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Халыҡтың экологик мәҙәниәте кимәлен һәм граждандарҙың яуаплылығын үҫтереү был проекттың төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Сығанаҡ: БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы.
Читайте нас: