Йыл аҙағына тиклам Сипайлово биҫтәһендә ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Улар «Демография» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Мәктәпкәсә учреждениелар 400 баланы ҡабул итәсәк.
Төҙөлөш 2019 йылда башланған. Яр буйы урамындағы балалар баҡсаһы төҙөлөп бөткән, инженер селтәрҙәре үткәрелә, мебелдәр урынлаштыраһылары ғына ҡалған. Был Өфө ҡалаһы 65-се балалар баҡсаһының икенсе корпусы буласаҡ.
Балалар учреждениеларында сәләмәтлектәре сикләнгән балалар төркөмдәре лә буласаҡ. Улар өсөн айырым санузел эшләнгән, лифт ҡуйылған. Төҙөкләндереү эштәре тамамланған.
Гагарин урамында урынлашҡан икенсе балалар баҡсаһы 190 балаға иҫәпләнгән. Төҙөү-монтажлау эштәренең күбеһе башҡарылған. Тиҙҙән биләмәгә асфальт түшәләсәк. Һәр объекттың дөйөм майҙаны мең кадрат метрҙан ашыу.
Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы – дәүләт заказсыһы, «Башгражданстрой» һәм «СФ-15» йәмғиәттәре подрядсы ойошмалар булып торалар.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.