Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Сентябрь 2020, 10:00

Нефтекамала Илшат Тажетдинов социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшөн ҡараны

23 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов финанслау күләме бер миллиард һумдан ашыуыраҡ булған милли проекттарҙы бойомға ашырыу сиктәрендә Нефтекамала төҙөлә башлаған бер нисә объектты ҡараны.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

23 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов финанслау күләме бер миллиард һумдан ашыуыраҡ булған милли проекттарҙы бойомға ашырыу сиктәрендә Нефтекамала төҙөлә башлаған бер нисә объектты ҡараны.
Төҙөлөш майҙансығында ҡаланың социаль һәм юл инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләштеләр. Шулай, 24-се яңы биҫтәлә өс ҙур объект төҙөлә, көҙөн бында 260 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асыласаҡ Әле унда 100 эшсе һәм 4 берәмек техника эшләй. Генераль подрядсы эштәрҙең ноябрь аҙағына тиклем бөтәсәген белдерҙе.
Эргәһендә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлә. Майҙаны – 30 мең кв. м тәшкил итә, шуларҙың 18 меңе – 4 ҡатлы уҡыу йорто.
«Социаль объекттар төҙөү бик мөһим. Нефтекамала йәшәүсе меңләгән ғаилә уларҙың төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтә. «Демография» һәм «Мәғариф» милли проекттары сиктәрендә беҙ балаларыбыҙ үҫешһен һәм яҡшы белем алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш менән тәьмин ителеү кимәлен 2024 йылға 68% процентҡа еткереү зарур», – тине Илшат Тажетдинов.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас: