Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Сентябрь 2020, 10:00

Башҡортостан студенты «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia — 2020) милли чемпионатында еңеү яуланы

Земфира Абдуллина Бөрө медик-фармацевтика колледжынан сығыш яһаны. Чемпионат йомғаҡтары буйынса ул беренсе урынды алды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Земфира Абдуллина Бөрө медик-фармацевтика колледжынан сығыш яһаны. Чемпионат йомғаҡтары буйынса ул беренсе урынды алды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде.
Чемпионатта төбәктәрҙең иң яҡшы вәкилдәре, фармацевтика тармағында һөнәри белемгә эйә булған йәш белгестәр ҡатнашты. WorldSkillsRussia финалында "Фармация" белгеслеге буйынса урта һөнәри белем биреү ойошмалары араһында Рәсәйҙең 10 төбәге ҡатнашты. Земфира Абдуллина менән бергә Башҡортостандан өс эксперт – колледж уҡытыусылары булды, улар башҡа төбәктәрҙән конкурсанттарҙың эштәрен баһалауға йәлеп ителде.
Судья коллегияһы вәкилдәре WorldSkillsRussia финалында Башҡортостан вәкиленең сығыш яһауы Белобородова Нилә Сабир ҡыҙы етәкселегендәге Бөрө медицина-фармацевтика колледжы коллективының да ҡаҙанышы булыуын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда Өфөлә «Йәш профессионалдар» чемпионатын үткәреү эстафетаһын ҡабул итте.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: