Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Сентябрь 2020, 10:00

“Фермер мәктәбе” асылды

Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе” федераль проектына ярашлы ике айлыҡ уҡыуҙар бара. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе” федераль проектына ярашлы ике айлыҡ уҡыуҙар бара.
Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә “Россельхозбанк”тың Башҡортостан төбәк филиалы етәксеһе Алексей Самсонов тыңлаусыларға “Үҙеңдеке. Фермерлыҡ” тип исемләнгән яңы һанлы экологик система хаҡында һөйләгән. Әйткәндәй, был сара “Һанлы иҡтисад” милли проекты талаптарын да тормошҡа ашыра.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был – Башҡортостан аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн барлыҡҡа килгән беренсе экологик система. Алексей Самсоновтың белдереүенсә, системаның маҡсаты – ҡатмарлы ауыл хужалығы технологиялары хаҡында ябай тел менән аңлатыу. Банк эшләгән платформа фермер хужалыҡтарына заманса технологияларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырыу өсөн булдырылған. Мәҫәлән, ауыл хужалығы етештереүенә һанлы идара итеү.
Был уҡыуҙар Башҡортостан дәүләт аграр университетында 1 сентябрҙә башланған. Проект ошо уҡыу йорто һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында бойомға ашырыла.
Фото: Башҡортостан дәүләт аграр университеты.
Читайте нас: