Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Сентябрь 2020, 10:00

Өфөләге биш балалар баҡсаһы федераль гранттар алды

Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты арҡаһында мөмкин булды. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: йыл һайын конкурста еңеүселәр һаны арта бара.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты арҡаһында мөмкин булды. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: йыл һайын конкурста еңеүселәр һаны арта бара.
Конкурс һайлап алыуын республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү — өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” төбәк проектына ярашлы үткәргән. Бындай саралар 2021 йылға ҡәҙәр өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына булған мохтажлығын 100 процентҡа ҡаплау өсөн кәрәк. Гранттар суммаһы 24,7 миллион һум тәшкил итте. Финанслау өҫтәмә 200 урын булдырыу өсөн йүнәлтеләсәк.
Конкурста биш шәхси балалар баҡсаһы еңгән. Улар – “Буратино” – грант суммаһы 4,4 миллион һум, “Мин – гений” — 8,1 миллион һум, “Софи” (“МФДЦ” компаниялар төркөмө) — 6,7 миллион һум, “Софи” (шәхси эшҡыуар А.Л. Кузмина) — 2,96 миллион һум һәм “Йәйғор Өфө” — 2,5 миллион һум.
Аҡса мотлаҡ рәүештә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланырға тейеш. Был балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн кәрәкле әйберҙәр алыу, учреждение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас: