Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Сентябрь 2020, 10:00

Белорет ҡалаһында беренсе ихаталар төҙөкләндерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” республика комплекслы программаһы сиктәрендә Белорет ҡалаһында беренсе ихаталар төҙөкләндерелде.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” республика комплекслы программаһы сиктәрендә Белорет ҡалаһында беренсе ихаталар төҙөкләндерелде.
Ғафури урамындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр хәүефһеҙ резина япма менән ҡапланған майҙансыҡҡа балаларын ихлас йөрөтә, ә яңы спорт тренажерҙары үҫмерҙәрҙең күңеленә ятҡан. Автомобиль хужаларына иркен туҡталка ла хәстәрләнгән.
“Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә балалар майҙансыҡтары менән йәнәш спорт тренажерҙары ла урынлаштырыла. Уларҙы Сермән ауылындағы спорт ҡорамалдары заводы етештерә. Ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге өсөн ҡорамалдар япма менән ҡапланған.
Ихатаға 11 яҡтыртҡыс, ике видеокамера ҡуйылған, эскәмйәләр, сүп-сар йәшниктәре урынлаштырылған, йәшелләндерелгән.
Читайте нас: