Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Сентябрь 2020, 10:00

Маҡсатлы күрһәткес үтәлде

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына республикабыҙҙың 78 компанияһы ҡушылды. Улар барыһы бергә 2019 йылда 187 миллиард һум төшөм алған, предприятиеларҙа 52 мең кеше эшләй. Башҡортостан был проектта ҡатнашыусылар һаны буйынса 2020 йылға федераль маҡсатлы күрһәткесен үтәне. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына республикабыҙҙың 78 компанияһы ҡушылды. Улар барыһы бергә 2019 йылда 187 миллиард һум төшөм алған, предприятиеларҙа 52 мең кеше эшләй. Башҡортостан был проектта ҡатнашыусылар һаны буйынса 2020 йылға федераль маҡсатлы күрһәткесен үтәне.
Был хаҡта оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Министр әйтеүенсә, проектҡа йөҙ компанияны йәлеп итеү ҡуйылған маҡсаттарға ваҡытынан алда ғына түгел, мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк барып етеүгә ярҙам итер.
Был милли проект предприятиеларҙың етештереү процесын оптималләштереүгә, продукцияның сифатын, көнәркәшлекте яҡшыртыуға, эске резерв иҫәбенә һөҙөмтәле мәшғүллек тәьмин итеүгә саҡыра.
Һөҙөмтәлә төбәктәрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге 6,3 процентҡа артырға тейеш. Күрелгән саралар был проектта ҡатнашыусы предприятиеларға хеҙмәт етештереүсәнлеген тәүге өс йылда 30 процентҡа арттырырға ярҙам итәсәк.
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектында йылына 0,4 – 30 миллиард һум төшөм алған предприятиелар ҡатнаша ала. Улар иҡтисадтың биш төп сеймал булмаған өлкәһенә (эшкәртеү производствоһы, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы) инергә тейеш.
Проектҡа инеү өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Фото БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: