26 сентябрҙә “Родина” кинотеатрында “Ел йыры”(“Песня ветра”) фильмының премьераһы була. Ул республика мәғариф учреждениеларында белем алған уҡыусылар йыйған макулатураны тапшырыуҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән.
Макулатура йыйыуҙа Өфө ҡалаһынан, Ғафури, Шишмә, Кушнарен райондарынан 13 белем биреү учреждениеһы айырыуса әүҙем ҡатнашҡан. Республика мәктәптәре уҡыусылары 174 841 килограмм макулатура йыйған, уның өсөн килгән 874 205 һум аҡсаға фильм төшөрөлгән.
Акция “Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәре” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә бара. Ул БР Мәғариф һәм фән, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Республика балалар экологик-биологик үҙәге, муниципаль белем биреү ойошмалары булышлығында тормошҡа ашырыла.
Проекттың маҡсаты – ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ, кешелеклелек темаларына ҡыҫҡа метражлы балалар фильмдары төшөрөү.
“Ел йыры” фильмында башҡорт фольклоры үрнәктәре файҙаланылған, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәте күрһәтелгән, кешелеклелек проблемалары күтәрелгән.
Премьера мәлендә тамашасыларҙы “Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәре” проекты етәксеһе Виктор Меркулов, фильмдың режиссеры Елена Дубровская һәм актерҙар – мәктәп уҡыусылары менән осрашыу көтә. Макулатура йыйыуҙа иң әүҙем ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Бындай саралар үткәреү “Экология” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Уның төп йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙың экологик мәҙәниәтен һәм яуаплылығын арттырыу тора.
Фильм 26 сентябрҙә 11.00 сәғәттә күрһәтелә.