Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
25 Сентябрь 2020, 10:00

Йәш ғалимдар өсөн мәғариф семинары уҙасаҡ

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты майҙанындағы “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәктә Башланғыстарға булышлыҡ итеү фонды тарафынан үткәрелгән “УМНИК” бәйгеһендә еңеү яулаған йәш ғалимдар өсөн мәғариф семинары уҙасаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты майҙанындағы “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәктә Башланғыстарға булышлыҡ итеү фонды тарафынан үткәрелгән “УМНИК” бәйгеһендә еңеү яулаған йәш ғалимдар өсөн мәғариф семинары уҙасаҡ.

Семинар барышында ҡатнашыусыларға уларҙың эштәрен артабан үҫтереү һәм һәм бойомға ашырыу хаҡында һүҙ барасаҡ. Был йәһәттән “Старт” - яңы тауарҙарҙы уйлап сығарыу һәм етештереүгә ынтылған, әле етештереүҙең тәүге баҫҡысында булған технологияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән программа хаҡында ла һөйләшеү буласаҡ.

Конкурста еңеү яулағандар 3 миллион һум күләмендәге грант алыуға өлгәшәсәк.

25 сентябрҙә 10.00 сәғәттә башланасаҡ семинарға был өлкәлә шөғөлләнгән һәр кем теркәлеү үтә ала, бының өсөн https://regionalnaya-akseleatsion.timepad.ru/event/1432546/ һылтанмаһына күсергә кәрәк.

Семинар БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторола. Сара барышында Башланғыстарға булышлыҡ итеү фондының төбәк вәкилдәре, Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгестәр сығыш яһаясаҡ.

Читайте нас: