Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында башланғыс мәктәп бинаһында “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам - өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә 20 урынлыҡ мәктәпкәсә төркөм булдырыу өсөн майҙандарҙың бер өлөшөн үҙгәртеп йыһазландырыу эштәре бара.
Бәләкәстәргә балалар баҡсаһында яңы урындар булдырыу проект йүнәлешенең береһе булып тора. Бигерәк тә, быға мохтаж булғандарға. Әле Күсәрбай ауылы сабыйҙарының балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинселеге юҡ. Әлбиттә, был ата-әсәләргә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Аукционда еңеүсе тип иғлан ителгән «Проект» йәмғиәте подряд ойошмаһы 5 августан эшләй.