Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Сентябрь 2020, 10:00

“Алтын тауыш” дистанцион форматта үтә

“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале ноябрҙә дистанцион форматта үтәсәк. Конкурс-фестивалдә мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған белем биреү учреждениеларында шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша ала.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале ноябрҙә дистанцион форматта үтәсәк. Конкурс-фестивалдә мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған белем биреү учреждениеларында шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша ала.
“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Конкурс-фестивалдә ҡатнашыу өсөн ноябрь айында яңғыҙ һәм дуэт менән йырлаған видеояҙмалар ебәреү кәрәк буласаҡ. Эштәр “Академик йырлау”, “Халыҡ йыры”, “Эстрада йыры” номинациялары буйынса баһаланасаҡ. Сара һөҙөмтәһе булып видеофильм эшләү ниәтләнә.
Ҡатнашыу өсөн 20 октябргә тиклем [email protected] электрон адресына бәйгенең положениеһында күрһәтелгән өлгө буйынса ғариза тултырып һалырға кәрәк.
Читайте нас: