Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Сентябрь 2020, 10:00

Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркы күҙгә күренеп матурая

Тиҙҙән бындағы амфитеатр, зәңгәр күлдәр йәшен дә, ҡартын да – һәр кемде үҙенә тартып торған урынға әйләнер. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Тиҙҙән бындағы амфитеатр, зәңгәр күлдәр йәшен дә, ҡартын да – һәр кемде үҙенә тартып торған урынға әйләнер, тип хәбәр итә "Башҡортостан ҡыҙы".
Йәмәғәт урынын төҙөкләндереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Бының өсөн федераль, төбәк һәм ҡала ҡаҙнаһынан аҡса тотонола. Эштәр 2018 йылдан алып барыла.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән йылда бында ҙур эштәр башҡарылған. Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдары асфальтланған, балалар ҡаласығы, workout зонаһы, яңы хоккей уйнау урыны эшләнгән, 70 күҙәтеү камераһы, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.
Быйыл иһә күлдәр буйынса эштәр башҡарылған. Махсус техника ярҙамында һыу йыйыу өсөн канал ҡаҙыла, грунт алына, свайҙар ҡуйыла. Реконструкция буйынса амфитеатр булдырыу ҙа ҡаралған. Унан күл күренеп торасаҡ. Подряд ойошмаһы бында төп эштәрҙе таш түшәгәнсе тамамларға ниәтләй.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: