Проект сиктәрендә мәғариф учреждениеһына милли спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн яңы ҡоролмалар ҡайтарылған. Яңы уҡыу йылы алдынан спорт залына ремонт та эшләнгән. Сентябрҙең тәүге көндәренән йөҙҙән ашыу бала Рәсәй спорт мастеры, “Самбо-75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Марсель Ғәлимов етәкселегендә күнекмәләргә йөрөй.