Хәйбулла районының ауыл хужалығы предприятиелары дәүләт ярҙамы менән техниканы яңыртты
Хәйбулла районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ауыл хужалығы техникалары һәм ҡоролмалары алыуҙы дауам итә. Яңыраҡ крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат Шәрипов “Ростсельмаш” заводынан өр-яңы иген урғыс комбайн алып ҡайтты. Был техника 2020 йылда район аграрийҙары тарафынан алынған 13-сө комбайн. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Хәйбулла районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ауыл хужалығы техникалары һәм ҡоролмалары алыуҙы дауам итә. Яңыраҡ крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат Шәрипов “Ростсельмаш” заводынан өр-яңы иген урғыс комбайн алып ҡайтты. Был техника 2020 йылда район аграрийҙары тарафынан алынған 13-сө комбайн.
Йыл башынан 135 227 500 мең һум дөйөм суммаға 85 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалар алынған, 2 берәмек техника модернизацияланған. Уларҙан лизинг программаһы буйынса 4 берәмек техника һәм грант программаһы буйынса 1 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған. Ҡалған техника фермерҙарҙың үҙ аҡсаһына алынған.
Шулай уҡ грант программаһы буйынса тағы ла ете ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең ауыл хужалығы техникалары алыуы көтөлә.