Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” ижад йортонда виртуаль концерт залы асылған. Бында заманса мультимедия ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофон – ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер сибайҙар йәшәгән ҡалаларынан сыҡмай ғына иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡарай һәм тыңлай аласаҡ.