Уның һүҙҙәренсә, әле Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына ике стационар социаль хеҙмәтләндереү объектын төҙөүгә аҡса бүлеү өсөн ғаризалар әҙерләй.
«Именлек» республика геронтология үҙәгенең торлаҡ комплексын һәм Благовещенда өлкән йәштәге граждандар өсөн 60 урынлыҡ торлаҡ корпусты Федераль адреслы инвестиция программаһына индереү күҙаллана.
«Беҙ оло йәштәгеләрҙең стационар учреждениеларҙа уңайлы шарттарҙа йәшәүен булдырыу, үҙ аллы йәшәү күнекмәләрен алыу һәм уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ», – тип билдәләне Юрий Мельников.
Эш «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында алып барыла.