Мораҙым
+12 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Сентября 2020, 05:00

Уҡыусылар 125 мең һум күләмендә грант ала ала

“Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә 2020 йылдың 1 сентябренән 1 ноябренә тиклем һәләтле мәктәп уҡыусыларына 125 мең һум күләмендә грант биреүгә ғаризалар ҡабул ителә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә 2020 йылдың 1 сентябренән 1 ноябренә тиклем һәләтле мәктәп уҡыусыларына 125 мең һум күләмендә грант биреүгә ғаризалар ҡабул ителә.
Грантты 2018-2019 йылдарҙа уҡыған, әгәр ҙә уларға 19 йәш тулмаһа; һәләттәре булған балалар тураһында дәүләт мәғлүмәт ресурсына - талантыроссии.рф – индерелгән; математика, информатика, һанлы технологиялар тармағында һәләттәре һәм ҡаҙаныштары булған балалар ала ала. Грантты, гражданлығына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә йәшәүсе һәр бала алырға мөмкин.
Грантҡа ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон төрҙә тапшырыла. 14 йәше тулған булһа, ғаризаны уҡыусы үҙе тапшыра, уның законлы вәкиле лә тапшырырға мөмкин.
Грантты түләү буйынса ҡарар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк.
Читайте нас