Мораҙым
+22 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Сентября 2020, 05:00

Өфөлә урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремотлау дауам итә

Юл төҙөү миҙгеле тамамланыуға урам-юл селтәрендәге 55 участка норматив хәлгә килтерелергә тейеш. Мәғлүм булыуынса 22 участка – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса, тағы ла 33-ө автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереү, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса Башҡортостан Республикаһының территориаль заказына ярашлы төҙөкләндерелә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Юл төҙөү миҙгеле тамамланыуға урам-юл селтәрендәге 55 участка норматив хәлгә килтерелергә тейеш. Мәғлүм булыуынса 22 участка – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса, тағы ла 33-ө автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереү, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса Башҡортостан Республикаһының территориаль заказына ярашлы төҙөкләндерелә.
Әле ремонт 25 участкала тамамланған. Атап әйткәндә, милли проекттың 13 объектында подряд ойошмалары эште аҙағына еткергән. Академик Королев, Аҡназаров, Архитектура, Ветошников, Дмитрий Донской, Достоевский, Левитан, Нехаев, Рыбаков, Степан Халтурин һ.б. урамдар төҙөкләндерелгән. Ремонтланған участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 10 километрҙан ашыу тәшкил итә, уларға 32 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлгән.
Ремонт сиктәрендә асфальт-бетон япмаһы алмаштырылды, техник һыҙаттар һалынды, кәрәк урындарҙа тротуарҙар ҙа яңыртылды. Әле 10 объектта тергеҙеү эштәре тамамланып килә.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы - Өфө ҡала округы хакимиәте
Читайте нас