Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Сентября 2020, 05:00

Һәләтле балалар грантҡа эйә була ала

2020 йылдың 1 сентябренән математика, информатика һәм һанлы технологиялар фәндәре буйынса ҡаҙаныштары булған уҡыусылар йәиһә уларҙың законлы вәкилдәре "Госуслуги" порталы аша 125 мең һум күләмендә грант алыуға ғариза бирә ала.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

2020 йылдың 1 сентябренән математика, информатика һәм һанлы технологиялар фәндәре буйынса ҡаҙаныштары булған уҡыусылар йәиһә уларҙың законлы вәкилдәре "Госуслуги" порталы аша 125 мең һум күләмендә грант алыуға ғариза бирә ала.
Грантҡа ғаризаны 14 йәше тулған уҡыусы үҙе ебәрә, йәки йәше тулмаһа, уның исеменән ата-әсәһе, йәки опекуны 2020 йылдың 1 сентябренән 10 октябренә тиклем ебәрә ала. Һәр ҡатнашыусы талантыроссии.рф. ресурсында теркәлгән булырға тейеш.
Грантҡа математика, информатика кеүек теүәл фәндәрҙән профилле олимпиадаларҙа, конкурстарҙа 2018-2019 уҡыу йылында төрлө ҡаҙаныштары булған уҡыусылар дәғүә итә ала.
Грант "Һанлы иҡтисад " милли программаһының "Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль проекты сиктәрендә түләнәсәк.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығы Һанлы үҫеш министрлығы.
Читайте нас