Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Августа 2020, 05:05

Башҡортостанда “Һөт кухняһы” бәләкәй балалар өсөн продукциялар исемлеген киңәйтте

Хәҙер 3,2 майлылыҡтағы алма- груша һәм персиклы йоғорттар ҙа етештерелә башланы. Был балаларҙың көндәлек рационын төрлөләндереү мөмкинлеген бирә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Хәҙер 3,2 майлылыҡтағы алма- груша һәм персиклы йоғорттар ҙа етештерелә башланы. Был балаларҙың көндәлек рационын төрлөләндереү мөмкинлеген бирә.
“Йоғорт һөткә тәбиғи емеш-еләктәр, урындағы етештереүселәрҙең әсеткеһен ҡушып эшләнә. Шуға күрә ата-әсәләр уның хәүефһеҙлегендә икеләнә алмай, - тип билдәләнеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәләт комитетында.- Бынан тыш, ул А,Е,В, Д витамин төркөмдәре, аҡһым һәм аминокислоталар менән байытылған. Файҙалы составы арҡаһында был йоғорт 8 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларға тәҡдим ителә”.
Тәбиғи һөт продукцияһы менән балаларҙы тәьмин итеү буйынса масштаблы программа Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
«Һөт кухняһы» продукцияһын аҙ килемле ғаиләләрҙәге 21,9 мең бала, шулай уҡ 500-гә яҡын йөклө ҡатындар һәм бала имеҙеүсе әсәләр бушлай аласаҡ.
Яңылыҡ сығанағы: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото сығанағы: БР Сауҙа Дәүләт комитеты мәғлүмәт хеҙмәте.
Читайте нас