Башҡортостанда һигеҙ медицина ойошмаһы эргәһендә – Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрский, Стәрлетамаҡ, Сибай, Мәсәғүт, Асҡын ауылында вертолет төшөү майҙансығы төҙөләсәк. Өфөлә тағы ла алты иң эре медицина үҙәктәре эргәһендә ошондай майҙансыҡтар файҙаланыуға тапшырыласаҡ.