Мораҙым
+12 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Августа 2020, 05:00

Экспорт күләме 912,8 АҠШ доллары тәшкил итте

2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһының сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты күләме 912,8 АҠШ доллары тәшкил итте. Яңыртылған мәғлүмәттәрҙе “Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте порталы бирә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһының сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты күләме 912,8 АҠШ доллары тәшкил итте. Яңыртылған мәғлүмәттәрҙе “Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте порталы бирә.
Сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты өлөшө экспорттың дөйөм күләменең 60 процентын тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһында сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты өлөшө -43,1, Иҙел буйы округында 58,1 процент тәшкил итте.
Көнбағыш майы, шәкәр, арпа кеүек ауыл хужалығы тауарҙары айырыуса һорау менән ҡулланылды. Шулай уҡ химия сәнәғәте продукцияһы: поливинилхлорид, фенол һәм шымартылған быяла экспорты ла үҫеште.
Тауарҙар башлыса Ҡытайға, Ҡаҙахстанға, Финляндияға, Һиндостанға, Белоруссияға оҙатылды. Шулай уҡ Үзбәкстанға, Латвияға, Төркмәнстанға, Мексикаға һәм Бельгияға ебәрелгән тауарҙар күләме лә артты.
Сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты буйынса партнёрҙар араһында Гондурасты, Уругвайҙы, Эквадорҙы, Шри-Ланканы һәм Мьянманы билдәләп үтергә мөмкин.
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып Рәсәйҙең сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты күләмен арттырыу тороуын әйтеп үтергә кәрәк.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
Фото: sdelanounas.ru
Читайте нас