Мораҙым
+1 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Августа 2020, 05:00

«АЛFА» картаһын һатып алырға теләүселәр арта

«Алға» берҙәм транспорт карталары проекты Башҡортостан Республикаһында былтыр эшләй башланы. Проект ғәмәлләштерелә башлағандан бирле 391 мең «Алға» транспорт карталары сығарылған, 320,4 меңе һатылған.Күптән түгел йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы бер аҙға күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, карта буйынса түләү элекке кимәлендә ҡалды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
«Алға» берҙәм транспорт карталары проекты Башҡортостан Республикаһында былтыр эшләй башланы. Проект ғәмәлләштерелә башлағандан бирле 391 мең «Алға» транспорт карталары сығарылған, 320,4 меңе һатылған.
Күптән түгел йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы бер аҙға күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, карта буйынса түләү элекке кимәлендә ҡалды.
«Алға» транспорт карталары һатылған яңы сауҙа нөктәләре
Өфөлә һәм Башҡортостанда «Алға» транспорт карталарын һатыу пункттары селтәре киңәйә. Бөгөн ул 2 163 сауҙа нөктәһендә һатыла. Уны «Өфө-Матбуғат» ҡушыҡтарында, «Магнит», «Байрам», «Лукошко», «Йәрминкә», «Альдо», «Полушка», «Башспирт», «Планета» магазиндарында, «Башфармация» дарыуханаларында, «Рәсәй почтаһы», «Һаҡлыҡ банкы» һәм «УралСиб» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин. Карта 50 һум тора.
Был карталар һатылыу пункттары тураһындағы мәғлүмәтте интернетта «АЛFА» картаһы сәхифәһендә, йәиһә 8-800-347-11-11 телефоны аша белеп була.
«АЛFА» картаһы менән түләп булған яңы маршруттар
Өфө халҡы канат юлында «АЛFА» картаһы менән иҫәпләшә ала.
Карта буйынса юл хаҡы 35 һум тора.
«АЛFА» карталары автобустарҙа, троллейбустарҙа, трамвайҙарҙа һәм Өфөнөң һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм шәхси пассажирҙар ташыусы транспорттарында ҡабул ителә.
«Алға» берҙәм транспорт карталарын тулыландырыу алымдары
«АЛFА» карталарын интернет сервистар аша тулыландырып була:
- «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы»
- «УРАЛСИБ БАНКЫ»
- «ВТБ БАНКЫ»
-QIWI Банк и QIWI-кошелек
- «Тинькофф» банкы
«АЛFА» карталарын тулыландырыу пункттары тураһындағы ентекле мәғлүмәтте интернетта «АЛFА» картаһы сәхифәһендә, йәиһә 8-800-347-11-11 телефоны аша белеп була.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы

Фото: ok.ru
Читайте нас