Мораҙым
+12 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Августа 2020, 05:00

Өфө ҡалаһынын 21 -се дауаханаһы эндоскопия комплексы алды

Өфөнөн 21–се ҡала клиник дауаханаһына Olympus Япония корпорацияһынан эндоскопия комплексы алынды. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә сафҡа индерелде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Өфөнөн 21–се ҡала клиник дауаханаһына Olympus Япония корпорацияһынан эндоскопия комплексы алынды. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә сафҡа индерелде.
Быйыл ғинуарҙа матди-техник базаны нығытыу маҡсатында шундай уҡ йыһаз һатып алынғайны инде. Былар барыһы ла диагностика сифатын күтәрергә, ресурстарҙы экономияларға мөмкинлек бирәсәк һәм тикшереүҙәр үткәргәндә пациенттарға унайлылыҡ тәьмин итәсәк.
Был комплекстын айырмаһы – һүрәттен асыҡлығы һәм сағыулығы. Тағы ла мөһимерәк өҫтөнлөгө - пациенттарға унайлылыҡ. Эндоскопик операциянан һун яра, торба-дренаж, йөй, ҡан булмай. Кеше наркоздан һун ултыра, йөрөй ала, операциянан һун тәүлек эсендә ашарға, эсергә рөхсәт ителә.
Бөтә мәғлүмәт видеомәғлүмәт үҙәге мониторында күренеп тора һәм артабан башҡа медицина ойошмаларында консультация алыу өсөн пациентҡа бирелә ала, бигерәк тә онокологик сиргә шик тыуғанда.
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: rusone.ru
Читайте нас