Мораҙым
+16 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Августа 2020, 05:00

БАШҠОРТОСТАНДА БӨТӘ РӘСӘЙ КОНКУРСЫНЫҢ «РӘСӘЙҘЕҢ ЙӘШ ЭШҠЫУАРЫ» ТӨБӘК ЭТАБЫ БАШЛАНДЫ

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» төбәк этабы башланды. Был хаҡта Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» төбәк этабы башланды. Был хаҡта Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.
Бәйгенең маҡсаты – эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыу, халыҡты, шул иҫәптән үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәрҙе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһенә йәлеп итеү.
Төбәк этапта еңгәндәр федераль этапта көсөн һынаясаҡ. Унан тыш, халыҡ-ара һәм Рәсәй иҡтисади форумдарында ҡатнашасаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә. «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» бәйгеһе «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Читайте нас