Мораҙым
+4 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Августа 2020, 05:00

Көйөргәҙе районында туғыҙ ҡыҙ һәм егет үҙенең торлағын алып ҡыуанды

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һәр кемгә тиерлек һынауҙарын ебәреп кенә тора. Арабыҙҙа әсәй наҙын, атай һөйөүен күреүҙән мәхрүм булып үҫкәндәр ҙә бар. Көйөргәҙе районында тап бына ошондай йәштәргә сикһеҙ шатлыҡ-өмөт, бәхет бүләк иттеләр: туғыҙ ҡыҙ һәм егет үҙенең торлағын алып ҡыуанды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һәр кемгә тиерлек һынауҙарын ебәреп кенә тора. Арабыҙҙа әсәй наҙын, атай һөйөүен күреүҙән мәхрүм булып үҫкәндәр ҙә бар. Көйөргәҙе районында тап бына ошондай йәштәргә сикһеҙ шатлыҡ-өмөт, бәхет бүләк иттеләр: туғыҙ ҡыҙ һәм егет үҙенең торлағын алып ҡыуанды.
Торлаҡ асҡыстарын йәштәргә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һәм уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данил Акилов тапшырҙы. Шулай итеп, ҡыҙҙар һәм егеттәр Ермолаевка һәм Айсыуаҡ ауылдарында үҙ фатирлы булды.
– Ошо көндән, торлаҡты биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан алып, йәштәрҙең һәр береһе, документта яҙылғанса, коммуналь түләүҙәр һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн даими түләп барырға тейеш, – тип етәксеһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, үҙ кәңәштәрен дә бирҙе бүлектең баш белгесе Эльвира Потапова. – Биш йыл буйы опека һәм попечителлек бүлеге торлаҡты файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәүгә контроллек итәсәк. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстар йыйылыу кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар булһа, был ваҡыт тағы биш йылға оҙайтыласаҡ. Ошо ваҡыт үткәндән һуң торлаҡты шәхси милек итеп рәсмиләштереп буласаҡ.
Әйткәндәй, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын биреү тантанаһы ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы хакимиәтендә үткәрелде. Был матур сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты сиктәрендә мөмкин булды.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас