Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Июля 2020, 05:00

Сибай дауаханаһына диагностика комплексы килтерелгән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡала дауаханаһы ультратауышлы тикшереүҙәр үткәреү өсөн юғары класлы диагностика комплексына эйә булған.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡала дауаханаһы ультратауышлы тикшереүҙәр үткәреү өсөн юғары класлы диагностика комплексына эйә булған, тип яҙа "Башҡортостан".
Был проект сиктәрендә төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм республиканың беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләрен йыһазландырыу өсөн барлығы 14 берәмек медицина ҡоромаһын һатып алыу планлаштырылған. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 395,3 миллион һум аҡса бүленгән. Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Читайте нас