Улар республика мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙә белем биреү үҙәге нигеҙендә онлайн форматта квалификацияһын күтәргән. Августа уҡытыусылар тағы ла бер этапта белем аласаҡ. Hard skills-компетенциялар буйынса сессиялар проектында ҡатнашыу уҡытыусыларға 3D-принтерҙар, квадрокоптерҙар һәм VR-шлемдар кеүек юғары технологиялы ҡоролмалар менән эшләүҙә оҫталыҡҡа эйә булырға ярҙам итәсәк.