Мораҙым
+19 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Июля 2020, 05:00

Республиканың аграр сәнәғәт комплексы 91 миллион долларлыҡ продукцияны экспортҡа сығарған

Был – 22 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр. Улар республиканың үткән йыл ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау графигынан күпкә алдараҡ барыуын күрһәтә. Экспорт әкренләп эшкәртелгән аҙыҡ-түлек яғына ла “борола” башлаған.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Был – 22 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр. Улар республиканың үткән йыл ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау графигынан күпкә алдараҡ барыуын күрһәтә. Экспорт әкренләп эшкәртелгән аҙыҡ-түлек яғына ла “борола” башлаған. Ғәҙәттәгесә, был күләмдең яртыһы тиерлек май аҙыҡ-түлектәренә тура килә. Шулай уҡ шәкәр һәм башҡа продукция ла күпләп сит илдәргә сығарыла, тип яҙа "Башҡортостан".
Әйткәндәй, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы” федераль проекты буйынса республиканың аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу күрһәткесе 230 миллион долларға тиклем етергә тейеш. Ә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас