Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Июль 2020, 10:00

“Мәҙәниәт ирекмәндәре” проекты “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы менән Мәҙәни стратегиялар һәм проект идаралығы 2019 йылда “Мәҙәниәт ирекмәндәре” программаһын тормошҡа ашырыуға арналған мәғлүмәти-аналитик йыйынтыҡты туплаған. Унда илдәге 60-тан ашыу төбәктең, шул иҫәптән Башҡортостандың, ирекмәнлек хәрәкәте эше мониторингы һөҙөмтәләре дөйөмләштерелгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы менән Мәҙәни стратегиялар һәм проект идаралығы 2019 йылда “Мәҙәниәт ирекмәндәре” программаһын тормошҡа ашырыуға арналған мәғлүмәти-аналитик йыйынтыҡты туплаған. Унда илдәге 60-тан ашыу төбәктең, шул иҫәптән Башҡортостандың, ирекмәнлек хәрәкәте эше мониторингы һөҙөмтәләре дөйөмләштерелгән, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
“Быға тиклем мәҙәниәттәге ирекмәнлек хәрәкәтенә федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелмәне. Шуға 2019 йыл һөҙөмтәләре, ысынлап та, алға китеш менән билдәләнде. Ирекмәндәр сафына 43 меңдән ашыу кеше инде, уларҙың күләмле проекттары тормошҡа ашырылды, 900-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объектында ремонт һәм төҙөкләндереү эштәре атҡарылды”, – тип белдергән Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт ирекмәндәре” проекты “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – ирекмәнлек хәрәкәте ярҙамында ил күләмендә мәҙәни мираҫты һаҡлау институты булдырыу. Ә “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Бөгөн Башҡортостанда 1043 мәҙәниәт ирекмәне теркәлгән. 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт ирекмәндәре” программаһында тотош илдән 100 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас: