Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2020, 10:00

Республикала һәр өсөнсө өлкән кеше йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана

Һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше системаһы һәм миокард инфаркты сирҙәренән үлем осраҡтарын (5 һәм 8 процентҡа) кәметеүгә ирешелгән. Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булғандыр. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше системаһы һәм миокард инфаркты сирҙәренән үлем осраҡтарын (5 һәм 8 процентҡа) кәметеүгә ирешелгән.
Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булғандыр. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ә ҙур социаль мәсьәлә лә. Был сирҙәргә өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр ҙә дусар.
Республикала һәр өсөнсө өлкән кеше йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана, 2019 йыл аҙағында был патологияға дусар ауырыуҙар 1 184 413 кеше тәшкил итте. Шуларҙың 44 процентында – гипертония, 25 процентында – цереброваскуляр сирҙәр, 18 процентында – йөрәк ишемияһы. Скрининг һәм диспансерлаштырыу, әүҙем иҫкәртеү эше хәүефле төркөмгә инеүселәрҙе иртәрәк асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.
Фото: otgipertonii.ru
Читайте нас: