Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2020, 10:00

Нефтекамала яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк

“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән 2021 йылда Нефтекама ҡалаһында 1225 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Дәүләт заказсыһы - Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы булып “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тора. Белем усағының проект-смета документацияһын “Нефтекамскостройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы эшләгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән 2021 йылда Нефтекама ҡалаһында 1225 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Дәүләт заказсыһы - Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы булып “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тора. Белем усағының проект-смета документацияһын “Нефтекамскостройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы эшләгән, тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Яңы мәктәптең дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ. Бөгөнгө көндә төҙөүселәр бинаның нигеҙен 90 процентҡа тамамлаған һәм стеналарын күтәрә башлаған. Бер юлы инженер селтәрҙәрен һалыу эше лә алып барыла.
Төҙөлөш эштәрен 2021 йылдың аҙағына тамамларға планлаштыралар.
Проектҡа ярашлы, бында ике ҡатлы хужалыҡ блогы, хәрәкәтсән уйындар өсөн – ете, тыныс ял өсөн өс майҙансыҡ буласаҡ. Мәктәп биләмәһендә баскетбол һәм ике волейбол майҙансығы, йүгереү юлдары булған универсаль майҙансыҡ эшләү планлаштырыла.
Объекттың хаҡы – 700 миллион һумдан ашыу.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, ҡала бөгөн бик әүҙем үҫешә, яңы биҫтәләр төҙөлә. Әле ҡала округында 142 мең кеше йәшәй.
– Ҡала үҫешкән саҡта бер юлы социаль инфраструктураны ла үҫтерергә кәрәк. Шул иҫәптән балаларҙы сифатлы белем биреү менән тәьмин итеү мөһим бурыс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн мәктәптәр тулған һәм шуға күрә яңы белем усағы беҙгә бик кәрәк. Уны ғәмәлгә индереү уҡыу процесын камиллаштырыу, балалар өсөн заманса уңайлы шарттар булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Уҡыу йорттары төҙөү буйынса беҙҙең пландар бик ҙур. Республика ярҙамы менән улар тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ, – тине ул.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас: