Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Июль 2020, 10:00

Эльбрус Ниғмәтуллин менән берлектә скандинав атлауы буйынса клуб асыласаҡ

23 июлдә 19 сәғәттә Өфөләге Ағиҙел йылғаһы буйындағы милли батырбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле ҡаршыһында Эльбрус Ниғмәтуллин менән берлектә скандинав атлауы буйынса клуб асыласаҡ. Был проекттың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға, һаулыҡты нығытыуға, физик культура – скандинав атлауы – менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

23 июлдә 19 сәғәттә Өфөләге Ағиҙел йылғаһы буйындағы милли батырбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле ҡаршыһында Эльбрус Ниғмәтуллин менән берлектә скандинав атлауы буйынса клуб асыласаҡ. Был проекттың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға, һаулыҡты нығытыуға, физик культура – скандинав атлауы – менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Тағы оло йәштәгеләрҙе һәм Өфө, Сибай, Нефтекама, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәгән урта йәштәгеләрҙе физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын гражданлыҡ йәмғиәтенә субсидиялар рәүешендә биреү буйынса конкурста еңеп сыҡҡан.
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡытында урта һәм оло йәштәгеләр араһында скандинав атлауын һөйөүселәр клубын ойоштороу, уны өйрәтеү саралары ҡаралған. Был спорт төрө буйынса социаль селтәрҙә сайт һәм берләшмәләр төҙөү юлы менән халыҡҡа аңлатыу эше алып барыласаҡ.
Остеохондроз, сколиоз, үпкә, һимереү, артрит һәм башҡа сирҙәр скандинав атлауы ярҙамында хәл ителә, ти белгестәр. Башҡортостан буйынса урындарға сығып сәләмәт тормош алып барыу һәм скандинав атлауы буйынса күнекмәләр үткәреләсәк.
Үрҙә әйтелгән сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты нигеҙендә мөмкин буласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: