Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Июль 2020, 10:00

Ҡалтасы районында бер юлы дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк

Күсәш, Яңы Килбаҡты, Үрге Тиктәм һәм Графский ауылдарында модулле пункттарҙы монтажлау эштәре бара. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Күсәш, Яңы Килбаҡты, Үрге Тиктәм һәм Графский ауылдарында модулле пункттарҙы монтажлау эштәре бара, тип хәбәр итә Башҡортостан гәзите.
Яңы медицина учреждениелары бөтә заманса шарттарға яуап бирә, уларҙа балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡабул итеү бүлмәләре, процедура кабинеты, тейешле ҡорамалдар бар.
"Республика киңлегендә дауалау учреждениеһын асыу ғәҙәти күренеш булһа ла, төпкөлдә йәшәгән халыҡ өсөн ул һәр саҡ көтөп алынған шатлыҡлы байрам", - ти район үҙәк дауаханаһының өлкән фельдшеры Людмила Валтиева.
2016 йылдан башлап биш ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Шуларҙың икәүһе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: