Мораҙым
+13 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Июля 2020, 05:00

Онкология диспансерына яңы йыһаз ҡайтартылды

Республика клиник онкология диспансерына күптән түгел яңы ScanScope CS микропрепараттары сканеры ҡайтартылды. Был Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған «Сәләмәтлекте һаҡлау» милли проектының Башҡортостанда бойомға ашырылыуы сәбәпле мөмкин булды.

БР Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыһаз амбулатория этабында махсус медицина ярҙамы сифатын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.
- Микропрепараттар сканеры сканерлау урынын билдәләү, идентификациялау, картировкалау этаптарын, патоморфологик препараттың сканерлауын автоматлаштырасаҡ,- тип билдәләнеләр ведомствола. Микропрепараттар сканеры ярҙамында теүәл күренеш формаһында булдырылған виртуаль слайдтар телемедицина стандарттары талаптарына ярашлы кадрҙарҙа теүәл форматтарҙа эшләнә. Был аппаратты файҙаланыу пациенттар үлемен кәметеү һәм уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас