

Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһына яңы маммограф тапшырылды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Дауахана табиптары яңы аппарат һатып алыуға бик шат, сөнки ул гинекологтарға, маммологтарға ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Инженерҙар уны урынлаштырып, һынап ҡарағас, маммограф файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ киләһе аҙнала дауаханаға тағы ла өр-яңы флюорография аппараты һатып алынасаҡ. Уны табиптар түҙемһеҙләнеп көтә.
Фото: mgazeta.com сайтынан.