Мораҙым
+16 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Июля 2020, 05:00

Өфө районы Михайловка ауылында балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлаштырыласаҡ мәктәпте төҙөү графиктан алдан бара

Өфө районы Михайловка ауылында «Демография» милли проекты сиктәрендә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Объект ағымдағы йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған, ә апрелдә төҙөү-монтажлау эштәренең фактик башҡарылыуы графиктан 3 айға алдан барыуы билдәләнгән.

Коронавирус пандемияһына, ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөлөшө дауам итә. Бөгөн объектта төҙөлөш бригадаһы һәм махсус техника яҡшы эшләй. 13708,65 квадрат метрлы балалар баҡсаһы менән мәктәпте 2020 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Объектты төҙөүҙә БР Капиталь төҙөлөш идаралығы- дәүләт заказсыһы, «1-се Төҙөлөш идаралығы» йәмғиәте иһә генераль подрядсы булып тора.
«Мәғариф» линияһы буйына йәмғеһе 27 объектты сафҡа инереү планлаштырыла- 4 мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы менән 3 мәктәп.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://arhvest.rbsmi.ru
Читайте нас