Республикала коворкингтар булдырыу буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе индерә алаһығыҙ. Бындай объекттар булдырыу Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Әйткәндәй, коворкинг офистары менән Өфөлә һәм башҡа ҡайһы бер муниципалитеттарҙа йәшәгәндәр таныш инде. Бер офиста дизайнерҙар, программистар, маркетологтар, smm-белгестәр бергә аралашып эшләй, төрлө идеяларҙы тормошҡа ашыра. Үҙәктә эш зоналары, интернет, һөйләшеү, ял итеү бүлмәләре бар.