Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Июля 2020, 05:00

Малаяҙ ауылында спорт майҙансығын йыһазландырыу эштәре тамамланды

Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында спорт майҙансығын йыһазландырыу эштәре тамамланды. ГТО нормативтары тапшырыуға ҡулайлаштырылған ҡорамалдар “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк милли проектына ярашлы алынған.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында спорт майҙансығын йыһазландырыу эштәре тамамланды. ГТО нормативтары тапшырыуға ҡулайлаштырылған ҡорамалдар “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк милли проектына ярашлы алынған, тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Комплект бихисап ҡорамалдарҙан – турник, урам тренажерҙары, швед диуарҙары, гимнастика эскәмйәһе, туп ташлау өсөн сәптәр һәм башҡа әйберҙәрҙән тора. Майҙансыҡ резина япма менән көпләнгән. Ултырып ял итеү өсөн уңайлы эскәмйәләр, ҡорамалдарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында видеокүҙәтеү ҡуйылған. Спорт майҙансығы әле үк балалы ғаиләләрҙең, йәштәрҙең яратҡан ял урынына әйләнә бара.
– Районыбыҙҙа социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү әүҙем алып барыла, - ти район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Йыл башында Малаяҙҙа балалар баҡсаһы асылды. Әле Лаҡлы ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, Янғантауҙа балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Яҡын киләсәктә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башларға иҫәп тотабыҙ.
Читайте нас