Мораҙым
+14 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Июля 2020, 05:00

Баш ҡалабыҙҙа 925 урынлыҡ биш яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә

Әле Өфөлә 223 балалар баҡсаһы эшләй. Уларға 68 меңдән ашыу сабый йөрөй. Халыҡ һаны арта барғанға күрә, балалар баҡсаларына ихтыяж да арта.Баш ҡалабыҙҙа 925 урынлыҡ биш яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, шуның өсөһө – Сипайлово биҫтәһендә, береһе – Сағыу биҫтәһендә, тағы ла береһе – Баланов-Яңы Александровкала. Уларҙың барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әле Өфөлә 223 балалар баҡсаһы эшләй. Уларға 68 меңдән ашыу сабый йөрөй. Халыҡ һаны арта барғанға күрә, балалар баҡсаларына ихтыяж да арта.
Баш ҡалабыҙҙа 925 урынлыҡ биш яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, шуның өсөһө – Сипайлово биҫтәһендә, береһе – Сағыу биҫтәһендә, тағы ла береһе – Баланов-Яңы Александровкала. Уларҙың барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыла.
Мәҫәлән, Өфөнөң Яр буйы урамындағы 71-се йорт ихатаһындағы баҡса “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыуҙа шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты нигеҙендә төҙөлә. Объект былтыр августа һалына башланған. Әле эш графикка ярашлы бара. Баҡсаны августа төҙөп бөтөргә, рөхсәт документтарын алып, балаларҙы сентябрҙә ҡабул итергә ниәтләйҙәр.
Фото: ufacity.info
Читайте нас