Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Июнь 2020, 10:00

Декрет ялында ла өҫтәмә белем алырға мөмкин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнән “Демография” милли проекты сиктәрендә республиканың ҡайһы бер ойошмаларына декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмә белем биреүгә йәиһә квалификацияһын күтәреүгә субсидиялар алырға мөмкин.

Проектта ҡатнашыу өсөн эш биреүсегә программаның шарттары менән танышырға һәм республика мәшғүллек үҙәктәренә тейешле документтарҙы тапшырырға кәрәк.
Киләһе биш йылда был проект ярҙамында республикала 1300-ләп декретта ултырған ҡатын-ҡыҙ квалификацияһын күтәрә йәки өҫтәмә белем ала аласаҡ. Был маҡсатта йыл һайын 74,1 миллион һум аҡса бүленә, уның 72,6 миллионы – федераль, ә 1,5 миллионы – республика бюджетынан.
Фото: rosmintrud.ru сайтынан.
Читайте нас: