Мораҙым
+13 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Мая 2020, 04:00

Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортонда тулы реконструкция эштәре башланды

Күптән түгел Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортонда тулы реконструкция эштәре башланды. Уның барышы менән ошо көндәрҙә Баймаҡта эш сәфәре менән булып киткән БР-ҙың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла танышты. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып йөрөнө.

Күптән түгел Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортонда тулы реконструкция эштәре башланды. Уның барышы менән ошо көндәрҙә Баймаҡта эш сәфәре менән булып киткән БР-ҙың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла танышты. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып йөрөнө, тип ХӘБӘР ИТӘ ҺАҠМАР ГӘЗИТЕ.
1990 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йортона күптән ремонт талап ителә ине. Авария хәлендә булғанлыҡтан, мәҙәни саралар ҙа бында туҡтап ҡалған булған. Хәҙер иһә “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы унда тулы реконструкция үтәсәк. Мәҙәниәт йортоноң биләмәһен төҙөкләндереү менән берлектәге барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн 9 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Төҙөкләндереү сараларын иһә аукционда еңеү яулаған “Алмаз и К” ЯСЙ-һы башҡарасаҡ. Бер үк ваҡытта объекттың ҡыйығы ла яңыртыласаҡ. Был эштәр иһә конкурс нигеҙендә еңеү яулаған “Простор 17” ЯСЙ-һына йөкмәтелгән.
Д.Фадеев фотоһы.
Читайте нас