Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Май 2020, 10:00

Биш йөҙгә яҡын камера ҡуйыласаҡ

Республика кимәленә килгәндә, быйыл Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә 107 объектта 303,09 километр юл ремонтлау планлаштырыла. Юлды төҙөкләндереүҙән тыш, төбәктә 248 юл билдәһе, 1200 йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр, 23 светофор ҡуйылырға тейеш.#миллипроекттар #төбәкпроекттары #Башҡортостанпроекттары

Республика кимәленә килгәндә, быйыл Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә 107 объектта 303,09 километр юл ремонтлау планлаштырыла. Юлды төҙөкләндереүҙән тыш, төбәктә 248 юл билдәһе, 1200 йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр, 23 светофор ҡуйылырға тейеш, тип хәбәр итә Ашҡаҙар гәзите.
12,33 километр юл капиталь ремонтланһа, 2,96 километры реконструкциялана, 1, 839 километр яңы юл төҙөлә. Әлбиттә, хәүефһеҙлек юл сифатына ғына ҡайтып ҡалмай, тиҙлекте арттырыусыларҙы “фотоға төшөрөр” өсөн 459 камера урынлаштырыласаҡ.
Был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн бюджеттан 7 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, шул иҫәптән 2,223 миллионы – федераль ҡаҙнанан. Быйыл бындай маҡсатлы проектта республикала ете муниципалитет ҡатнаша: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары һәм Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Иглин райондары.
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдарҙа авариялар һаны кәмер, ғүмерҙәр һаҡланып ҡалыр тигән өмөттәр тыуа бындай эштәр башҡарылып сыҡҡандан һуң.
Фото: ptzgovorit.ru
Читайте нас: